

Вы только представьте, друзья, все эти милые женщины - не только прекрасные активистки деревни Саитово Фёдоровского района, любимые и любящие мамы, а еще и замечательные бабушки! О каждой из них написала в письме Ильзира Альтафовна Алимгузина:
«Алғы рәттә, уңдан һулға:
Гөлдәр Ниғмәтуллина – 5 ейән-ейәнсәргә һөйөклө өләсәй, рус һәм башҡорт теле уҡытыусыһы;
Асия Ҡәҙерғолова – мәктәптә йылытыу ҡаҙанлығында эшләп ялға сыҡҡан хеҙмәт ветераны, 10 ейән-ейәнсәргә яратҡан өләсәй;
Тәслимә Абдулова – йыр-моңға ғашиҡ ханым, «Юрматы» совхозында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, 8 ейән-ейәнсәренә терәк-таяныс;
Фәнүзә Ильясова – фельдшер, ауылыбыҙҙың «Тиҙ ярҙамы», көн-төн тимәй кешеләрҙең һаулығын һаҡлай, 6 ейән-ейәнсәрен ҡурсалап тороусы.
Артҡы рәттә, уңдан һулға:
Гүзәл Мәүлетова – районыбыҙҙа күп сабыйҙарға донъяға тыуырға булышлыҡ иткән «кендек инәһе», 3 ейән-ейәнсәре өсөн йән атып тора;
Фирүзә Мәүлетова – мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләүҙә ҡатнашып, тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан, 4 ейән-ейәнсәрҙәренә хәстәрлекле өләсәй;
Ғәлиә Фәйзуллина – «Юрматы» совхозында һауынсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәт ветераны, 4 малайға ғүмер биреп, 8 ейән-ейәнсәрҙәренең иң һөйөклө өләсәләре;
Фәүзиә Ғәйетҡолова – ауылыбыҙҙың аш-һыуға иң оҫта ҡуллы, бар яҡлап та килгән күркәм ҡатын, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, туғандары, 4 ейән-ейәнсәре өсөн өҙөлөп торған яратҡан өләсәй;
Илзирә Әлимғужина – бар ғүмерен мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләүгә бағышлаған, күп конкурстарҙа ҡатнашҡан һәм еңеү яулаған, 3 ейән-ейәнсәрен өҙөлөп яратыусы өләсәй, хаҡлы ялда ваҡытын бушҡа үткәрмәй, «Ғүмер буйы уҡы», тигән девиз менән дин буйынса Мәләүез мәҙрәсәһендә белем ала.
Был өләсәйҙәр барыһы ла хеҙмәт ветерандары, ауылыбыҙҙың «Ағинәйҙәр» ойошмаһында һәм «Хазина» фольклор төркөмө ағзалары булып торалар. Ауылыбыҙҙа, районда үткән барлыҡ мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнашалар. Барыһына ла иҫәнлек, һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, һәр бер атҡан таңға ҡыуанып, ғүмерҙәренең ҡәҙерен белеп йәшәүҙәрен теләйбеҙ».
***
ДРУГИЕ УЧАСТНИЦЫ: Участница конкурса «Супербабушка» Зинаида Веселова
Участница конкурса «Супербабушка» Ляля Валитова
Участницы конкурса «Супербабушка» Альфия и Разифа Халикаевы
Участница конкурса "Супербабушка" Люда Фёдорова
Участница конкурса "Супербабушка" Рафига Акчурина
Участница конкурса «Супербабушка» Фируза Иргалина
Участница конкурса "Супербабушка" Фирдаус Латыпова
Участница конкурса "Супербабушка" Людмила Никитина
Участница конкурса «Супербабушка» Марзия Юсупова
Участница конкурса "Супербабушка" Светлана Николаева
Участница конкурса "Супербабушка" Надежда Чавкина
Участница конкурса "Супербабушка" Раиса Филимонова
Участница конкурса "Супербабушка" Раушания Халитова
Участница конкурса "Супербабушка" Любовь Филина
Участницы конкурса «Супербабушка» Людмила Ключенкова и Полина Никифорова
Участница конкурса "Супербабушка" Халиса Багаева
Участницы конкурса "Супербабушка" Гулима Кинзибаева и Минлегуль Файзуллина
Участница конкурса "Супербабушка" Гульсара Музипова
***
Напоминаем, что об УСЛОВИЯХ УЧАСТИЯ в конкурсе можете узнать на сайте по ссылке:
https://ashzori.ru/articles/obshchestvo/2023-10-16/startoval-novyy-konkurs-superbabushka-3480410